Развитие речи на башкирском языке: занятие «Үҫемлектәр донъяһында»
Данное занятие по развитию речи для подготовительной группы на башкирском языке «Үҫемлектәр донъяһында» — это уникальный шанс не только для детей, но и для воспитателей углубить знания о растительном мире. На уроке изучаются основные понятия о растениях, лекарственных травах и их роли в жизни человека и природы. Мы стремимся привить детям любовь к природе, показать, как важно заботиться о ней и беречь окружающий мир.
Начнется занятие с захватывающей истории о Ләлә, которая любила красивые цветы и стремилась узнать больше о них. С помощью этой истории дети смогут лучше понять, как они могут взаимодействовать с природой. Важно научить малышей не только наслаждаться красотой, но и осознавать, каким образом они могут помочь сохранить эту красоту.
В процессе урока пройдет увлекательная игра «Тәбиғәт ҡағиҙәләре», где дети узнают о том, что можно и нельзя делать с растениями. Акцент на важности кислорода, производимого растениями, подчеркнет их значение для жизни на Земле. Это поможет малышам сформировать экологическое сознание и понимание ценности каждого растения.
Кроме того, мы проведем физминутку, в ходе которой дети смогут физически почувствовать связь с природой, что обязательно поднимет настроение и улучшит восприятие информации. Научим их различать лекарственные травы и их применение, что поможет им в будущем быть более осведомлёнными и ответственными гражданами.
Занятие по развитию речи для подготовительной группы на башкирском языке
«Үҫемлектәр донъяһында»
Казарбаева Н.Н.,
Воспитатель Н.Н.Казарбаева
Ханты-Мансийский автономный округ Югра, г.Лянтор
МДБОУ д/с общеразвивающего вида «Светлячок»
Дата:
Маҡсат:
-Үҫемлектәр , дарыу үләндәре тураһында белемде арттырырға,
-«Ү» өнө өҫтөндә эшләу,
-Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеүзе нығытыу,
-Тулы яуап менән яуап биреүҙе нығытыу,
- Үҫемлектәргә, тәбиғәткә, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләү
Материалдар:, дарыу үләндәре картинкалары, дидактик уйындын атрибуттары, модельдәр
Һүҙлек эш: Үҫемлек, үлән, сәскә, тәбиғәт, ҡыҙыл китап
Дәрес барышы
Балалар, әйҙәгеҙ матур итеп ултырҙыҡтар, мин һеҙгә бер ҡыҙ тураһында ҡыҙыҡлы бәләкәй генә хикәйә һөйләп ишеттергем килә. Хикәйәлә нимә тураһында һүҙ барғанын белгегеҙ киләме балалар? Улайһа тынлайбыҙ...
Борон- борон заманда түгел, хәҙерге заманда, бөгөнгө көндә йәшәгән ти Ләлә исемле һеҙҙен кеүек бик матур кыҙ.Ләлә төрлө- төрлө сағыу, аллы –гөллө күҙҙен яуын алырҙай матур сәскәләрҙе яратҡан. Бер көндө урманда йөрөгәндә, Ләлә матур сәскәләр үҫеп ултырғанын күреп ҡала. Бөтә сәскәләр ҙә балҡып, гүйә үҙҙәренә саҡырып ултырған төҫлө тойола Ләләгә. Ул бер ҡосаҡ итеп сәскәләр йыйып ала. «Бына әсәйем ҡыуанасаҡ»- тип уйлай Ләлә.Тик әсәһе сәскәләрҙе күреп : «Тәбиғәттә үҫкән сәскәләр гөлләмәләр өсөн түгел, гөлләмәләр йыйырға яратһан, сәскәләрҙе үҙен үҫтерергә өйрән»,ти.
Балалар, хикәйә оҡшанымы һеҙгә? Хикәйәлә нимә тураһында һүҙ бара?Нисек уйлайһығыҙ, Ләлә тәбиғәтте яратамы икән? Ни өсөн ярата тип уйлайһығыҙ?(сөнки Ләләгә сәскәләр оҡшай, ҡыҙ сәскәләр менән һоҡлана, уларҙы ярата).Ә ни өсөн яратмай тип уйлайһығыҙ?(Сөнки Ләлә сәскәләрҙе өҙөп гөлләмә эшләгән)Тимәк, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡыланыр кәрәк.Нимәләр эшләргә ярамай?(үҫемлектәрҙе өҙөргә, һыуҙы бысратырға, ағастарҙы ҡырҡырға, йанлектәрҙе ҡыйырһытырға)
1)Дидактик уйын «Тәбиғәт ҡағиҙәләре»
Балалар, әйҙәгеҙ уйын уйнап алайыҡтар, өҫтәлдә ятҡан һүрәттәрҙән эшләргә яраған һәм ярамаған һүрәттәрҙе айырып алып ярағандарҙы бер конвертҡа, ярамағандарын икенсе конвертҡа һалығыҙ.
Балалар, ә үҫемлектәрҙен ин төп файҙаһы нимәлә?(кислород). Уҫемлектәр ысынлап та бөтә тере йан эйәләре һулаған кислород бүлеп сығара. Кислородһыҙ ҡоштар за, йәнлектәр ҙә, балыҡтар ҙа,бөжәктәр ҙә йәшәй алмаҫтар ине.
2)Физминутка
Балалар, әйҙәгеҙ ошо үҫемлектәр бүлеп сығарған кислородты бергәләшеп һулайыҡтар. Баҫып торҙоҡтар, әйҙәгеҙ әҙерәк ял итеп алайыҡтар.
Ҡайһы ваҡыт кешеләр хатта ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙе өҙөп алалар.Балалар, ә һеҙ ҡыҙыл китапты нимә икәнен беләһегеҙме? Ҡыҙыл китап- ул ер йөҙөнән юғалып барған төрлө хайуандарзын, үҫемлектарҙен юғалып барған төрҙәре индерелгән китап, документ. Был китапҡа индерелгән тәбиғәт ҡомартҡыларын бөтөнләй юғалмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?(һаҡларға)
3)Үҫемлектәр ер йөҙөнддә бик күп төрлө. Балалар, ә үҫемлектәрҙен нимәләре була?(тамыры, олоно, һабағы, япраҡтары,сәскәләре, таждары).
Балалар, әйҙәгеҙ ошо һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеп ҡарайыҡтар.
Ү-ҫем-лек (нисә ижектән тора?)
Ү-лән (нисә ижектән тора?)
Та-мыр (нисә ижектән тора?)
Һа-баҡ (нисә ижектән тора?)
Яп-раҡ (нисә ижектән тора?)
Сәс-кә (нисә ижектән тора?)
Таж (нисә ижектән тора?)
Балалар, ә хәҙер үлән һүҙенә өн анализы эшләп ҡарайыҡтар.
Ү-һуҙынҡы, тимәк ҡыҙыл төҫтә
Л-тартынҡы, тимәк күк төҫтә
Ә- һуҙынҡы, тимәк ҡыҙыл төҫтә
Н- тартынҡы, тимәк күк төҫтә
Балалар, алдығыҙҙа ятҡан модельдәрҙе алабыҙ, һәм уларҙан “Үҫемлектәрҙе өҙөргә ярамай”- тигәнһөйләмде төҙөйбөҙ. Кем тағын ниндәй һөйләм төҙөп ҡарайым ти?
Афарин ! Балалар,үҫемлектәр араһында бик күп дарыу уләндәре бар икән.Нинә уларҙы дарыу үләндәре тип әйтәләр икән?(кешеләр ауырып китһәләр, дарыу үләндәре менән дауаланалар, күп дарыуҙар үләндәрҙән эшләнә)
Балалар, ә һеҙ дарыу үләндәренен таныйһығыҙмы, исемдәрен беләһегеҙме?(ромашка, андыҙ, әрем, мәтрүшкә, подорожник йәки юл япрағы, алоэ, рябина красная йәки балан, шиповник, зверобой, крапива.
4)Балалар, әйҙәгеҙ дарыу үләндәре тураһында йомаҡтар сисеп алайыҡтар.
-Таждары ҡар кеүек ап-аҡ, ә үҙе май кеүек һары. (ромашка)
-Йәйелеп ерҙә үҫә ул, япраҡ ҡына булһа ла, ҡанды бик тиҙ туҡтата. (подорожник, юл япрағы)
-Тамырҙары бик файҙалы был үләнден. Был үлән барҙа ат та үлмәҫ тиҙәр (андыҙ)
-Был үләнден емештәре витаминдарға бик бай,
Сәенә һалып эсһән әгәр, ауырымаҫһын ай-һай!!! ?(шиповник)
Шулайҙа, бөтә нәмәнен дә самаһы була.Дарыу үләндәрен күп ҡулланғанда, улар ағыуға әйләнергә мөмкин. Шуға күрә дарыу үләндәре менән күп мауығырға ярамай. Тимәк, үләндәр менән нимә эшләргә ярамай? (үҫемлектәрҙе бушҡа өҙөргә, тапарға ярамай, ) Кешеләр үләндәрҙе йыйып дарыуханаға тапшыра.